ҡОтлайбыҙ!

30.10.2026 21:03
ҡОтлайбыҙ!
🌹ҠОТЛАЙБЫҘ! Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үткән юбилей кисәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде! Туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм матбуғатыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән тос өлөшөгөҙ, халҡыбыҙ араһында алып барған әүҙем эшмәкәрлегегеҙ юғары баһаланды. Был награда — күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙгә, тырышлығығыҙға һәм милләтебеҙгә тоғролоғоғоҙға ҙур ихтирам билдәһе. Артабан да халҡыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарған изге эштәрегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Наградағыҙ ҡотло булһын!
Поделиться:
1 0
Источник: Башдрамтеатр им.М.Гафури
Комментарии
Оставлять комментарии могут только зарегистрированные посетители. Войти или зарегистрироваться.
Реклама · erid: —Профессиональная фото-съемка мероприятий
Закрыть Ставить лайк и оставлять комментарии могут только зарегистрированные посетители.

Войти или зарегистрироваться.