Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы, «Хеҙмәт даны»
30.10.2026 20:27

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы, «Хеҙмәт даны» миҙалы кавалеры Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллинаның юбилейына арналған бенефис кисәһе үтте.
Күркәм байрамда юбилярҙы Башҡортостан Республика етәкселеге һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Мостай Кәрим исемендәге Фонд, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров ҡотланы. Улар актрисаның милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә индергән өлөшөн, театр сәнғәтенә тоғролоғон һәм бай ижади юлын билдәләне.
Юбилярға ихлас теләктәрен шулай уҡ Гәлиәсгәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры вәкиле Мәрйәм Йосопова, актрисаның тыуған төйәге Әлшәй районынан килгән яҡташтары - Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева, Салауат районы вәкилдәре, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театрынан коллегалары, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре еткерҙе. Кисә йыр-моңға, йылы хәтирәләргә һәм матур теләктәргә бай булды.
Тантананың икенсе өлөшөндә тамашасылар «Ҡоҙаса» (Б. Бикбай, комп. З. Исмәғилов, режиссер А. Абушахманов) музыкаль комедияһы ҡараны. Инде 20 йыл буйы театр сәхнәһенән төшмәгән спектаклдә Миңзәлә Хәйруллина бөгөн дә тамашасы яратып өлгөргән Мәхмүзә ролендә сығыш яһаны.
Спектаклдән һуң театр директоры Зиннур Сөләймәнов һәм баш режиссёр Айрат Абушахманов юбилярҙы театр коллективы исеменән ҡотланы. Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы тамашасыларға һәм коллегаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
💐 Хөрмәтле Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы! Күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тамашасыларҙың алҡыштарын һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! Сәхнәләге балҡышығыҙ һүнмәһен!
1
0
Источник: Башдрамтеатр им.М.Гафури
Реклама · erid: —