31.10.2026 07:02

Шағир, журналист, 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994), "Баҙал" әҙәби-ижади берекмәһенә нигеҙ һалыусы Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллиндың тыуған көн.
Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллин 1939 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуа. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1966 йылдан алып Нуриман районының «Красный Ключ» гәзитендә хәбәрсе, 1972 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1976 йылдан Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзите, 1979 йылдан «Ленинсы» гәзите хеҙмәткәре. 1980 йылдан Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә бүлек мөдире, 1981 йылдан алып Бөрйән районының «Таң» гәзитендә хеҙмәткәр, 1995 йылға тиклем яуаплы секретарь булып эшләй.
Бөгөн Бөрйән районының Аҫҡар ауылындағы урам, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы урамдарҙың береһе шағир исемен йөрөтә. Бөрйән районының Аҫҡар урта мәктәбендә Самат Ғәбиҙуллин тормошо һәм ижадына аралған музей-кабинет асылған. Бөрйән районының Самат Ғәбиҙуллин эшләгән «Таң» гәзите редакцияһы бинаһында шағирға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Ә 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы хакимиәте тарафынан Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия булдырылды.
Халҡым
Уралымды көмөш эйәр итеп,
Ауыҙлыҡлап ваҡыт толпарын,
Елеп үткән халҡым.
Ҡылысынан
Уйнап ҡалған йәшен уттары.
Урауҙарҙан
ураулығы менән
Айырылып торған юлдары.
Тик түҙемдән
түҙемлеге менән
Айырылып торған улдары.
Йәбер-золомдарҙан ҡото осоп,
Олаҡҡанда һанһыҙ замандар,
Ерен-һыуын ҡурсып ауһа ауған,
Әммә ҡалған улар Уралда.
Урал менән халҡым шуға бөгөн
Ер йөҙөндә берҙәй һөйкөмлө.
Урал ғорур, минең халҡым кеүек,
Халҡым ғорур, Урал шикелле!
Етте, етте!
Алҡын йылғаларҙың ағыр юлын
Кире бормаҡ булып беҙ ҡыялдыҡ.
Ожмах төҙөй һалып,
түренә менеп
Ултырырға бер саҡ хыялландыҡ.
Ай-йондоҙға барып ҡала ҡорҙоҡ —
(Хыялдарҙың кем һуң сигенә еткән?)
Баҡһаң, тыуҙырған да, туйҙырған да
Үҙ еребеҙ — ғәзиз тупраҡ икән.
Билғау аҫтың ныҡ булғанда ғына,
Быуын талмай икән юлдарыңда.
«Эшләйем!» тип һүҙ һөйләмә икән,
Эш килмәҫтәй булһа ҡулдарыңдан.
Шуны саҡ-саҡ онотоп таш ламаныҡ,
Ярай әле иҫкә килдек бөгөн.
Самалайбыҙ ҡулдан килерлекте,
Иңгә һалған саҡта заман йөгөн.
Етте, етте ҡомдан арҡан ишеү,
Эшкә аш ырлыҡ булһын хыялыбыҙ!
Яфа күрмәй ыуҙан, ялҡындарҙан
Ыуылйып та ятһын тупрағыбыҙ!
Ҡаршылағыҙ, тауҙар!
Бындай саҡтар һирәк булалыр ул:
Тыуған көндә осам самолетта.
Әйтерһең дә, ҡуй көтөүе инде —
Төйҙәк-төйҙәк кенә аҡ болоттар
Эркелешеп аҫтан, өҫтән елә,
Әйҙәп барам барыһын тауҙарыма.
Ә күңелем — алҡын даръя, гүйә,
Аша инде, аша ярҙарынан.
Сағыу ҡояш нуры теткеләгән
Аҡ болоттар уртаһында барам.
Бөгөн, гүйә, мин бер ҡуй көтөүсе,
Көтөүемде тауҙарыма борам.
Самолетта осам күкте иңләп,
Бар донъяны ҡосам, көн — минеке.
Аҡ болоттар, нурҙар әйҙәп киләм,
Ҡ аршылағыҙ, тауҙар, мин — һеҙҙеке!
Баһадирҙар кеүек ҡаялар
Тауҙар...
Ел-дауылдар килеп ябырылһа,
Ҡара болот ҡунһа иңенә,
Болоттарҙан һура тартып алып,
Йәшендәрҙе урап биленә,
Баһадирҙар кеүек алышалар,
Ҡарашынан күктәр күкрәтеп,
Күкрәгендә сәме ҡайнауынан
Айбарланып, ерҙәр тетрәтеп.
...Ғәрәсәттәр тына. Ҡояш балҡый,
Тау һырттары нурға мансыла.
Ҡ аяларҙың ялтыр маңлайынан
Тирҙәр тамып тора тамсылап.
Күҙ йәштәре
Ерҙә ҡасан тулы һиллек булған?
Ҡайһы быуат булған тып-тыныс?
Үткән бөтә һуғыштарҙы хәҙер
Иҫкә алыу ҙа бит ҡурҡыныс.
Һуғыш -һуйыш —
күҙ йәш даръяһы —
Йотҡан күпме яҡты хыялды.
Әллә шуға,
әллә шуға микән
Һыуы тоҙло хатта океандың?
Тәҙрәләрҙе асып ҡуям әле...
Әйтәм, көнө-төнө ҡарҡылдайым —
Бүлмәм ҡалай тынсыу булып киткән.
Ни табыла — шуны,
ҡасып-боҫоп,
Тарта торғас, еҫе һеңеп бөткән —
Тәҙрәләрҙе асып ҡуям әле.
Бокалдар ҙа хәҙер йыш сыңламаҫ,
Тормаһындар нәфсе ҡуҙғытып гел,
Алып ҡуям,
төпсөктәрҙе түгәм,
Сафландырып әҙерәк сыҡмаҫмы ел —
Тәҙрәләрҙе асып ҡуям әле.
...Бер бүлмәлә генә булһасы эш ...
Бүлмә түгел, тотош ил бит шулай.
Был мәхшәрҙә мейем ҡайнап бөттө,
Саф һауаға һыуһап йәнем дулай —
Тәҙрәләрҙе асып ҡуям әле...
Тауҙарыма киләм...
Аҙмы ни ул донъя мәшәҡәте...
Тормош булғас, була бары ла.
Ниҙәр, кемдәр китмәҫ күңелеңде —
Күңел түгел, таш та ярыла.
Тауҙарыма баҡһам, күңел балҡый,
Хыялдарым ҡаға ҡанатын.
Шуға ла бит, әсем бошҡан саҡта,
Тауҙарыма киләм йән атып.
Кешеләрем
Аҡыллы һүҙ һеҙгә һөйләй алмам –
Ул аҡылды һеҙҙән йыяһы бар.
Тыя алмам хилаф аҙымдарҙан –
Үҙ-үҙемде әле тыяһы бар.
Ниҙәр ҡылып, ниҙәр кисерһәм дә,
Һеҙҙең менән булдым, булырмын гел,
Һеҙҙән алда бара алмам, ахыры,
Барһам икән артта ҡалмай ғына.
Үтһәм икән юлдың осонаса
Ауырлыҡтар һеҙгә һалмай ғына.
Самат Ғәбиҙуллин.
Источник: Национальный литературный музей РБ (НЛМ РБ)