Хәтер кисәһе 25-се дөйөм ғәскәр әрмеһе, 169-сы бригада, 3-сө мото-уҡсы батальонының миномет батареяһы командиры Альберт «Хищник» Бикбулатовҡа арнала. Сарала яугирҙың яҡындары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова менән ҡатыны Альбина Бикбулатова ҡатнаша. Гөлсөм Бикбулатова яңы йырын тәҡдим итәсәк.