Бөгөн Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ауырғазы районының Ғәлимйән.
01.11.2026 08:16

✍Бөгөн Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты НАЗАРОВ РӘШИТ СӘЙЕТБАТТАЛ улы тыуыуына 82 йыл.
БР Милли әҙәбиәт музейы фондында шағирҙың фотолары, "Уйланыу" шиғырының ҡулъяҙмаһы, шулай уҡ төҙөүсеһе, редакторы Әсхәл Әхмәт-Хужа булған "Йөрәгемде һеҙгә илтәм", "Ҡояш юлы буйлап" китаптарының машинкала баҫылып, нәшриәткә тапшырылған нөсхәләре һаҡлана.
✍Үҙ ҡулдарым менән яҙған яҙмыш
Тәгәрәтеп ғүмер йомғағын
Ҡалдырһа ла ҡайҙа ғына һүтеп,
Мин — ят улы түгел донъяның.
Аҡмай көндәр һөйрәп бер йәнемде,
Ғүмер юлым ҡайҙа булһа ла,
Йөрәгемә бөтә донъя һыйҙы,
Мин да һыям, тимәк, донъяға...
Йөрәк💔
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?
Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк. осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ - минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.
1
0
Источник: Национальный литературный музей РБ (НЛМ РБ)
Реклама · erid: —