Бөгөн шағирә һәм журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4-5-се саҡырылыш депутаты, БР.

01.11.2026 07:16
Бөгөн шағирә һәм журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4-5-се саҡырылыш депутаты, БР.
Бөгөн шағирә һәм журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4-5-се саҡырылыш депутаты, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары (2013 йылдан алып), РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы тыуған көнөн билдәләй. Өмөт Үҙем өсөн хәҙер бошонмайым, Ғүмерем дә көҙгө баҡса кеүек, Ни сәскәнмен,барыһы ла уңып, Йыйып ҡына алған саҡта кеүек. Әммә йөрәк урынынан ҡуба, Һалҡын алдырһа ла ейәндәрем , Яҙмыш нисек кенә һынаһа ла, Бала ҡайғылары ебәрмәһен. Беҙ йәшәгән дәүер ябай түгел: Илгә төбәлгәндә дошман күҙе, Улы батырҙарса һәләк булһа, Мең ҡат бергә үлә әсә үҙе! Үҙем өсөн һис тә хәүефем юҡ, Хафаларға һала бит тик заман, Күпме яуҙар уҙған Ер йөҙөнән, Ә Кешелек аҡыл алмай һаман. Үҙем өсөн өҙгөләнмәй йәнем, Илем генә булһын имен - аман, Килһен бер көн ҡыуаныслы хәбәр: "Һуғыш бөттө. Һуғыш инде тамам.! Йомабикә Ильясова
Поделиться:
1 0
Источник: Национальный литературный музей РБ (НЛМ РБ)
Комментарии
Оставлять комментарии могут только зарегистрированные посетители. Войти или зарегистрироваться.
Реклама · erid: —Профессиональная фото-съемка мероприятий
Закрыть Ставить лайк и оставлять комментарии могут только зарегистрированные посетители.

Войти или зарегистрироваться.